4 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2010 йыл, 11:57

Шәхси хужалыҡтарға ярҙам программаһы тормошҡа ашырыласаҡ

автор: Михаил Сытин

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ауыл хужалығы техникаһы менән ярҙам итеү өсөн средстволар бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Шәхси ихаталарға ярҙамды үҫтерергә ниәтләүе тураһында Раил Сарбаев былтыр көҙ үк иғлан иткәйне, ә 22 ғинуарҙа үткән матбуғат конференцияһында «Шәхси ихата» комплекслы программаһы өлөштәренең береһенең параметрҙарын билдәләне – бүлеп түләү шарты менән ауыл хужалығы техникаһы һатыу:

– Тәүге взнос 10 проценттан ашмаҫҡа тейеш һәм 10 йылға тиклем бүлеп түләргә, – тип билдәләне ул саҡта премьер. – Мәҫәлән, техниканың иң популяр төрө – «Беларус» тракторы бөтә бүлеп түләү осорона 711 мең һумға төшәсәк. Страховканы, теркәүҙе һәм транспорт һалымын иҫәпкә алып тәүге взнос иң күбе 90 мең һум тәшкил итәсәк.

Бынан тыш, Раил Сарбаев техниканы биреү схемаһын оптималләштерергә ҡушты: лизинг схемаһынан баш тартыу сығымдарҙы кәметергә һәм түләүҙәрҙе былтырғы кимәлдән бик аҙ ғына арттырырға булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, ун йылға бүлеп түләп «Беларус» тракторы алғанда, ай һайын түләү 5,5-6 мең һум самаһы (былтыр – 5,6 мең һум) тәшкил итәсәк, етмәһә, түләүҙәр суммаһы кәмей барасаҡ. Һөҙөмтәлә йылына ауыл хужалығы техникаһының ҡиммәтәйеүе ни бары 2 процент ҡына тәшкил итәсәк.

Тракторҙарҙан тыш, ауыл халҡы пресс-йыйғыстар, сапҡыстар, тағылмалар, тырма, һабан, һауыу ҡоролмалары һәм башҡа техника аласаҡ.

Шулай уҡ түләү срогын боҙған, ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалын тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмаған йәки ҡулланыу буйынса инструкцияһын күҙәтмәгән өсөн яуаплылыҡ та ҡаралған.