10 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2010 йыл, 10:23

Николай Красников дрнъя чемпионаты финалының дүртенсе этабында еңде

автор: Николай Ермоленко

Өфөнөң Ғ.Ҡадиров исемендәге спорт клубынан Николай Красников Саранскиҙа тамамланған боҙҙа мотоуҙыш буйынса 45-се шәхси донъя чемпионаты финалының дүртенсе этабында еңеү яуланы.

А финалында ул 2003 йылғы донъя чемпионы Виталия Хомицевичты һәм бынан алдағы этапта еңеүсе Даниил Ивановты (икеһе лә – «Мега-Лада»), шулай уҡ Стәрлетамаҡ «Каустигынан» Игорь Кононовты артта ҡалдырҙы. Был еңеүҙән һуң Красников Ивановтан һигеҙ мәрәйгә күберәк йыйҙы. Ә Игорь Кононов үҙенең сираттағы уңышы арҡаһында (рәттән өсөнсө А финалы) мәрәйҙәр буйынса Дмитрий Хомицевичҡа тиңләште һәм чемпионатта өсөнсө урынға сыҡты.

Дүртенсе этап һөҙөмтәләре.

1. Николай Красников (Рәсәй) — 14+3 (25); 2. Виталий Хомицевич (Рәсәй) — 12+2 (20); 3. Даниил Иванов (Рәсәй) — 12+1 (18); 4. Игорь Кононов (Рәсәй) — 13+0 (16); 5. Дмитрий Хомицевич (Рәсәй) — 12+3 (14); 6. Павел Чайка (Рәсәй) — 10+2 (13); 7. Гюнтер Бауэр (Германия) — 7+1 (12); 8. Франц Цорн (Австрия) — 7+C (11); 9. Стефан Свенссон (Швеция) — 5+3 (10); 10. Харальд Симон (Австрия) — 6+2 (9); 11. Антти Аакко (Финляндия) — 5+1 (8); 12. Николай Каминский (Украина) — 7+0 (7); 13. Гжегож Кнапп (Польша) — 3+3 (6); 14. Ян Клатовски (Чехия) — 1+2 (5); 15. Антонин Клатовски (Чехия) — 3+1 (4); 16. Иван Иванов (Рәсәй) — 3+нс (3); 17. Свен Холстейн (Голландия) — 0 (0).

Ике финалдан һуң (дүрт этап) чемпионаттағы һөҙөмтәләр.

1. Красников – 91; 2. Д. Иванов – 83; 3. Кононов – 66; 4. Д. Хомицевич – 66; 5. В. Хомицевич – 56; 6. Цорн – 46; 7. Свенссон – 45; 8. Чайка – 43; 9. Аакко – 42; 10. Бауэр – 42; 11. Каминский – 36; 12. И. Иванов – 24; 13. А. Клатовски – 18; 14. Я. Клатовски – 18; 15. Симон – 16; 16. Кнапп – 14; 17. Свен Холстейн – 9; 18. Пер-Андерс Линдстрем (Швеция) – 9.