Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Көрсөккә ҡаршы маркетинг буйынса йыйынтыҡ сығарылды

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы нәшриәте «Көрсөккә ҡаршы маркетинг: теория, методология һәм практика» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли коференцияһы материалдарының яңы йыйынтығын сығарҙы.

Йыйынтыҡта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан: Ҡазан, Орел, Воронеж, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙан 40-тан ашыу ҡатнашыусының материалдары бирелгән. Бындай кимәлдәге конференцияны Академияның маркетинг кафедраһы дүртенсе тапҡырына үткәрҙе.

Йыйынтыҡ нигеҙенә көрсөккә ҡаршы маркетингтың теоретик нигеҙҙәре, көрсөк шарттарында маркетинг процестары, коммуникациялар менән идара итеү үҙенсәлектәре, маркетинг менән идара итеүҙең ойоштороу аспекттары мәсьәләләре һалынған.

Китап ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, уҡытыусыларҙы, аспиранттарҙы, студенттарҙы һәм көрсөккә ҡаршы маркетинг проблемаларын тикшереү менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһын да ҡыҙыҡһындырасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть