Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

19 февралдә «Башҡортостандың бизнес-потенциалы» форум-күргәҙмәһе үтәсәк

Иҡтисад

19 февралдә Өфөлә, Конгресс-холл бинаһында, «Башҡортостандың бизнес-потенциалы»  форум-күргәҙмәһе үткәрелә. Унда 2009 йылда Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса Республика программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаласаҡ. Бер үк ваҡытта 2010 йылда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам механизмдары һәм перспективалары ла тикшереләсәк.

Конгресс-холдың беренсе ҡатында күргәҙмә үтәсәк, унда республиканың 25 районынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү Республика программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алған эшҡыуарҙар ҡатнашасаҡ.

Форум-күргәҙмәне асыуҙа федераль һәм республика дәүләт власы органдары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берләшмәләре,  БР бизнес-берләшмәһе һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Форумдың пленар өлөшө түңәрәк өҫтәл формаһында үтәсәк.

Шулай уҡ форум сиктәрендә «Йыл эшҡыуары-2009» конкурсы еңеүселәрен наградлау тантанаһы ла үткәрелә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть