6 декабрь, Шишәмбе

13 февраль 2010 йыл, 16:14

БДПУ студенттары БР мосолмандары Диниә назаратында практика үтә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарына яңы киңлектәр  асты. Хәҙер юридик факультетының “Ислам тарихы һәм мәҙәниәтен тәрәнтен өйрәнеү менән юриспруденция” белгеслегенә уҡыусы студенттарға бында производство практикаһы үтергә мөмкинлек бар.

Әлеге ваҡытта икенсе курстан ике студент -  Гөлнара Килмәмәтова һәм Вадим Зиннуров бында практика үтә башлаған. Практика менән БР мосолмандары Диниә назаратының мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса рәйес урынбаҫары Руслан Саяхов етәкселек итә. Был арала студенттар Диниә назараты эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, структураһы һәм уның юридик документацияһы менән таныша ала.

“Ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрәнтен өйрәнеү менән юриспруденция” белгеслеген үҙләштереүсе студенттар классик юридик белем алыуҙан тыш, ғәрәп теле морфологияһы, ғәрәп теле буйынса практик курс һәм фонетика, ғәрәп илдәре һәм донъя диндәре тарихы кеүек дисциплиналар үтә, халыҡ-ара конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, докладтар менән сығыш яһай, республиканың билдәле дин әһелдәре менән осраша. Байтаҡ студенттар, бынан тыш, М.Солтанова исемендәге мәҙрәсәнең киске курстарына йөрөй.

БР мосолмандары диниә назаратынан тыш, был студенттарҙың практикаһы тағы ла Рәсәй ислам университетында, М.Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы дин мәсьәләләре буйынса советта, М,Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Мосолман мәғарифын үҫтереү” фәнни-тикшеренеү үҙәгендә үтә.

темалар: дин