Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Профойошмалар мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн саңғы байрамы үткәрә

Йәмғиәт

Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн саңғы спорты фестивале Өфөлә РФ Халыҡ мәғарифы һәм фәне хеҙмәткәрҙәре профойошмаһының Башҡортостан республикаһы комитеты инициативаһы менән үткәрелә.

«Башинформ» агентлығына БР Профойошмалар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына һәм Уҡытыусы йылына арнала.

Фестивалдә Өфө белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнаша. Байрам программаһы менән саңғы ярыштарын, ғаилә старттарын, хәрәкәтле уйындар үткәреү ҡаралған. Иң әүҙем ҡатнашыусылар маҡтау ҡағыҙҙары һәи ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

Фестиваль «Ҡашкаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында 21 февралдә үтә. Сәғәт 12-лә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть