4 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2010 йыл, 13:21

Мортаза Рәхимов Благовар районындағы пластмасса производствоһында булды

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Языковола  Вьетнамдан эшҡыуар Чан Нгок Туан менән ойошторолған «Благовар-пластмасс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеһында булды. Пластмассанан тауар етештергән башҡа предприятиеларҙың сеймал ҡалдыҡтары бында полиэтилен гранулаларға эшкәртелә.

Президент икенсел сеймалды ҡайтанан эшкәртеү цехын, шулай уҡ был гранулаларҙан үҙ тауарын – полтиэтилен пленка һәм киң ассортиментлы пакеттар етештергән цехтарҙы ҡараны. Республика башлығы эшселәр иҫәбе һәм производствоның киләсәге менән ҡыҙыҡһынды.  

Бөгөн предприятиела 60-ҡа яҡын кеше эшләй, шуларҙың 15-20 проценты ғына вьетнамдар, ҡалғандары – урындағы халыҡ. Яҡын арала предприятиела пластмассанан һауыт-һаба, сүмес, сеүәтә-табаҡ, тас етештереүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. Бының өсөн «Благовар-пластмасс» белгестәре Германияла булып ҡайтҡан һәм махсус ҡорамалдар ҡайтарыуға килешеүҙәр төҙөгән.  

Яҡында тағы ла бер цех төҙөлә, унда теген производствоһын асыу планлаштырыла. Ул саҡта предприятиела эшләүселәр һаны яҡынса 40 кешегә артасаҡ, тип күҙаллана.

«Благовар-пластмасс» йәмғиәте өс йыл эшләп килә; уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ул зыянһыҙ эшләү кимәленә сыҡҡан, ә 2009 йылда алынған килем 6 миллион һум тәшкил иткән.