Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

«Благовар-агро-инвест» тоҡомсолоҡ предприятиеһы статусын алырға ниәтләй

Иҡтисад

«Благовар-агро-инвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөт-тауар фермаһында бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов булды. Республика башлығы был предприятиела быҙауҙарҙы һалҡында тотоу алым менән танышты. Был алым үҙен тулыһынса аҡлаған һәм, мал ҡырылыуының юҡҡа сығыуы арҡаһында, ит етештереүгә сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек биргән.  

Йәш мал тотолған аҙбарҙа — 114 быҙау һөтлө Ҡара-ала тоҡомонан. Бындай тоҡомло һыйырҙар әлеге ваҡытта тәүлегенә һигеҙешәр литр һөт бирә, ә йылына бер һыйырҙан һауылған һөт 2900 килограмға етә.

Президент быҙауҙарҙы нисек ашатыуҙары менән ҡыҙыҡһынды. Ҡатнаш аҙыҡ гранулалары һәм кукуруз индерелгән аҙыҡ менән – булды яуап.

Ҡасандыр әлеге быҙау аҙбары ташландыҡ бина булған. Түбәһен ремонтлағандан һуң артабан үҙ көстәре менән быҙауҙарға ситлектәр иретеп йәбештерелгән, әйтергә кәрәк, уларҙың үҙҡиммәте 300-400 һумдан үтмәй.  

«Благовар-агро-инвест» предприятиеһы һөт производствоһында ғына туҡталып ҡалырға йыйынмай, иғтибарҙы ит етештереүгә йүнәлтә. Республика Президенты танышҡан был предприятиеның икенсе майҙанына 3 февралдә Ростов өлкәһенән Ҡалмыҡ тоҡомло һыйыр малы килтерелгән. Был төрлө шарттарға еңел ҡулайлашыусы ит тоҡомоноң уртаса тәүлек артымы 600-700 грамм тәшкил итә. Фермала был тоҡомдағы 305 баш мал иҫәпләнә.

Яҙғыһын быҙаулауҙары көтөлә, тимәк, мал иҫәбе лә артасаҡ. Президентҡа һөйләүҙәренсә, киләһе йылда предприятие тоҡомсолоҡ статусын алырға ниәтләй. Бында ла һалҡында тотоу алымы ҡулланыласаҡ. Ит-һөт фермаһы продукцияһын башлыса Орск ит комбинаты һатып ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть