6 декабрь, Шишәмбе

13 февраль 2010 йыл, 12:24

Башҡортостан Президенты Шишмә сусҡасылыҡ комплексын реконструкциялау менән танышты

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Бөгөнгө эш сәфәрендә “Шишмә сусҡасылыҡ комплексы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡараған тәүге объект булды.  Бында элекке “Луч” колхозы биналарын реконструкциялау эштәре бара. Элек һыйыр малы тотолған биналар хәҙер сусҡалар аҫрауға әҙерләнә. Яҡын киләсәктә бында 1160 башҡа иҫәпләнгән һигеҙ корпуслы эре сусҡасылыҡ комплексы булыуы күҙаллана.  Проект тамамланғандан һуң дөйөм мал иҫәбе 11-13 мең кимәлендә буласаҡ.

Реконструкцияның беренсе сираты 2007 йылда тамамланған, быйылғы йылда төҙөүселәр икенсе сиратты сафҡа индерергә иҫәп тота.

Реконструкция агросәнәғәт комплексы үҫеше дәүләт программаһы нигеҙендә алып барыла, һәм өлөшләтә республика ҡаҙнаһынан, өлөшләтә милек хужаһы иҫәбенән финанслана. Проект буйынса беренсе сиратты финанслауға 90 миллион һум аҡса киткән, икенсе сираттың смета хаҡы – 153 миллион һум.

“Шишмә сусҡасылыҡ комплексы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте ике майҙандан тора: Сәфәрҙә урынлашҡан тоҡомсолоҡ репродукторы һәм Шишмәләге һимертеү майҙаны. Һуңғыһына Сәфәрҙән һимертеү өсөн Эре, аҡ һәм Ландрас кеүек француз тоҡомло сусҡалар килтереләсәк. Һимертеү майҙанында өс ай дауамында сусҡалар 110-120 килограмға тиклем һуғым ауырлығы йыясаҡ.  

Президент реконструкция барышы һәм дәүләт программаһы буйынса бүленгән финанстарҙы үҙләштереү, шулай уҡ сусҡасылыҡ комплексының перспективаһы менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселәре республика башлығына яҡын киләсәктә бында һуйыу цехын ойоштороу, йәнә ҡатнаш аҙыҡ заводын төҙөүҙе планлаштырыуҙары тураһында хәбәр итте.    

БР Президенты менән бергә Шишмә сусҡасылыҡ комплексын БР Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов та ҡараны.