Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Мәсетлеләр ышаныс почтаһы менән ҡуллана ала

Сәйәсәт

Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү, урындағы үҙидара органдары, предприятие, ойошма, учреждение эшмәкәрлеген баһалау, Мәсетле районы халҡын борсоған мәсьәләләр менән хәбәрҙар булыу өсөн район хакимиәте фойеһында “Ышаныс почтаһы” урынлаштырылған, тип хәбәр итә хакимиәт.  

«Ышаныс почтаһы» йәшнигенә теләге булған һәр граждан мөрәжәғәтен төшөрә ала. Бар хаттар һәм мөрәжәғәттәр почтанан көн һайын алынып, танышыу һәм саралар күреү өсөн тәғәйен кешеһенә йүнәлтеләсәк.

Һорауҙарына яуаптарҙы граждандар хат йәки телефон аша алыу мөмкинлегенә эйә. Күп кешегә ҡағылған һорауҙарға яуаптар район гәзитендә баҫыласаҡ йәки район телевидениеһы тапшырыуҙарында яңғыраясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть