11 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2010 йыл, 11:39

Мортаза Рәхимов Шишмә һәм Благовар райондары буйлап эш сәфәрендә

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Шишмә һәм Благовар райондары буйлап эш сәфәрендә йөрөй.  Республика башлығын агросәнәғәт комплексы объекттары ҡыҙыҡһындыра. Атап әйткәндә, ул Ҡалмыҡ тоҡомло һыйыр малы үрсеткән «Благовар-агро-инвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең фермаһын ҡарарға ниәтләй. Төбәк етәксеһенең «Благовар-пластмасс» производствоһына килеүе лә көтөлә.

Эш сәфәрендә БР Президентын БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов оҙатып йөрөй.