9 декабрь, Йома

13 февраль 2010 йыл, 11:23

М.Аҡмулла исемендәге БДПУ университет статусын раҫланы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буыгнса федераль хеҙмәттең (Рособрнадзор) аккредитацион коллегия ултырышында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты  сираттағы биш йыллыҡа аккредитация үтте, шул рәүешле университет статусын раҫланы. Был турала “Башинформ” агентлығына М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның хоҡуҡ һәм йәмғиәтте өйрәнеү кафедраһы мөдире, доцент, юридик фәндәр докторы, уҡытыу эше буйынса проректор Максим Михайлов хәбәр итте.

Был юғары уҡыу йорто коллективы һәм республиканың юғары белем системаһы өсөн берҙәй мөһим ваҡиға. Сөнки дәүләт юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлегенә һәм биргән белеме сифатына контролде күп тапҡырға көсәйтте. Ошо күҙлектән ҡарағанда, Рособрнадзор коллегияһының БДПУ-ның норматив талаптарға тулыһынса тап килеп кенә ҡалмайынса, аккредитацион критерийҙарҙың күбеһе буйынса уларҙан күпкә юғары сифат күрһәтеүен билдәләүе шатлыҡлы күренеш. Тәү сиратта был юғары уҡыу йортоноң фәнни-педагогик потенциалына ҡағыла.

—Аккредитацион күрһәткестәрҙең тап килеү индексы беҙҙә университет өсөн билдәләнгән нормаларҙан 60 процентҡа юғарыраҡ, — ти Максим Михайлов. – Рособрнадзор етәксеһе Любовь Глебова Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ҙур потенциаллы көслө уҡыу йорто булыуын билдәләне. БР педагогик кластерын формалаштырыу нигеҙендә ул башҡа педагогик белем биреүсе юғары уҡыу йорттарын да үҙе янында туплай.

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, шулай уҡ, ҡайтанан белем биреү эшмәкәрлегенә хоҡуҡ биреүсе лицензия алған.

темалар: мәғариф