7 декабрь, Шаршамбы

13 февраль 2010 йыл, 10:57

Республика балалар фонды йәш таланттарға ярҙам итергә саҡыра

автор: Марина Шумилова

25 февралдә Рәсәй балалар фондының Башҡортостан республикаһы бүлексәһе Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Шаляпин залында “Йәш таланттар” програмаһы менән таныштырыу сараһын һәм Рәсәй балалар фонды менән уның “Беҙ һиңә ышанабыҙ” Башҡортостан республикаһы бүлеге стипендиаттарының шәфҡәтлелек концертын үткәрә.

Акцияның маҡсаты – һәләтле етем балаларға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙәге һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге балаларға ярҙам итеү. Балалар фонды хеҙмәткәрҙәре теләгән формала Шәфҡәтлелек концертында ҡатнашыуығыҙҙы һорай

— балаларға стипендия түләүгә матди ярҙам;

— “Йәш таланттар” фонды програмаһын ғәмәлгә ашырыуға иғәнә күсереү;

— Балалар фондының 19 стипендиаты араһынан кемде булһа ла патронатҡа алып, адреслы финанс ярҙамы күрһәтеү;

— шәфҡәтлелек концертында үҙ теләгегеҙ менән матди ярҙамығыҙҙы баланың ҡулына тапшырыу.

Шәфҡәтлелек ярҙамын “Рәсәй балалар фонды” бөтә Рәсәй йәмәғәт хәйриә фондының Башҡортостан республика бүлексәһе иҫәбенә күсерергә мөмкин:

Уның реквизиттары:

ИНН  0274020062

КПП  027501001

Р/с  40703810307390000149 в ОАО Социнвестбанк г.Уфа

К/с  30101810900000000739,  БИК 048073739

«ЙӘШ ТАЛАНТТАР» програмаһын билдәләргә кәрәк.

Бәйләнеш телефондары: 272-23-68, 272-23-48.