7 декабрь, Шаршамбы

13 февраль 2010 йыл, 10:31

Благовещен районынан 10 тыл хеҙмәтсәненә юбилей миҙалдары тапшырылды

автор: Николай Ермоленко

“1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл” юбилей миҙалдарын 10 ветеран  – Благовещен районы Саннинское ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы тыл хеҙмәтсәндәре алды. “Минең яҙым – минең еңеү” исемендәге тантаналы сара мәктәптә үтте, уҡыусылар ветерандар өсөн һуғыш йылдарындағы йырҙар менән ысын концерт ойошторҙо.

Благовещен районы территорияһында 67 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм меңгә яҡын тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Апрель уртаһына тиклем уларҙың барыһына ла наградалар тапшырылыуы көтөлә.

темалар: наградалар