8 декабрь, Кесе йома

13 февраль 2010 йыл, 10:22

Хор капеллаһы өфөлөләрҙе Ғашиҡтар көнө менән ҡотлай

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының дәүләт академик хор капеллаһы Ғашиҡтар көнөнә “Мөхәббәт берәү” байрам программаһын әҙерләне. Коллективтың концерты 14 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының орган залында үтәсәк.

“Башинформ” агентлығына филармонияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хор яратыусыларҙы бай йөкмәткеле программа көтә  —Салауат Низаметдинов, Айрата Кәримов, Горан Брегович, Крис де Бург, Астор Пьяццолла, Джордж Гершвин, Ллойд Уэббер әҫәрҙәре, шулай уҡ  «Битлз» йырҙары, билдәле джаз әҫәрҙәре көтә.

Концертта Олег Ҡасимов етәкселегендә Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры, вокалсылар Ирина Оськина, Галина Бутолина, Артур Ғәрифйәнов, Светлана Слягузова, Дмитрий Крыжский, Айгиз Ғиззәтуллин, Андрей Филиппов сығыш яһай.

темалар: концерттар