8 декабрь, Кесе йома

13 февраль 2010 йыл, 10:11

«Башспирт» – «Продэкспо-2010» күргәҙмәһе призеры

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Башспирт» республикала етештерелгән продукцияның юғары сифатлы булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Мәскәүҙә үткән XVII Халыҡ-ара «Продэкспо-2010» аҙыҡ-түлек, эсемлек һәм уларҙы етештереүгә сеймал күргәҙмәһендә предприятие продукцияһы бер юлы бер нисә юғары наградаға лайыҡ булды. Күргәҙмәлә Гран-при Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатында етештерелгән «Платиновая Star» араҡыһына берелде. Ошо уҡ предприятиеның «Ағиҙел» бальзамы “Продэкспо” йондоҙон” алды. Күргәҙмәнең алтын миҙалын Бөрө комбинатының «Петровский Сенат» араҡыһы яуланы. Көмөш миҙалдарҙы «Төньяҡ Амурҙары» бальзамы (Өфө САК) һәм «Аҡ сәй» араҡыһы (Стәрлетамаҡ САК) алды.  “Башспирт”тың йәнә биш төр продукцияһы абруйлы халыҡ-ара күргәҙмәнең дипломдары менән бүләкләнде.  

«Продэкспо-2010» күргәҙмәһендә 57 илдән 1800 фирма ҡатнашты. «Продэкспо» – аҙыҡ-түлек индустрияһы өлкәһендәге төп ваҡиғаларҙың береһе. Йыл һайын халыҡ-ара күргәҙмә Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек баҙары потенциалының ҙур булыуын һәм сит ил компанияларының да, үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең дә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы кәмемәүен күрһәтә.

Күргәҙмәнең абруйлыларҙан булыуын донъяға билдәле лидерҙарҙың, алдынғы Рәсәй компанияларының ҡатнашыуы ла раҫлай. “Продекспо-2010”да 28 илдән экспонент дәүләт кимәлендә ҡатнашты. Австралия, Австрия, Аргентина, Бразилия, Венгрия, Германия, Греция, Дания, Һиндостан, Иран, Испания, Италия, Канада, Ҡытай халыҡ республикаһы, Латвия, Литва, Мексика, Молдова, Перу, Польша, Сербия, АҠШ, Таиланд, Уругвай, Франция, Хорватия, Шри-Ланка, Эстония фирмалары милли һәм коллектив стендтар әҙерләгәйне.

«Продэкспо» күргәҙмәһендә алкоголь эсемлектәре салоны Рәсәйҙәге алкоголь продукцияһының иң эре экспозицияһы иҫәпләнә. Йыл һайын унда был тармаҡтың иң алдынғы компаниялары ҡатнаша. Башҡортостан республикаһының был күргәҙмәлә ҡатнашыуы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте «Башинформ» агентлығының киләһе хәбәрҙәрендә танышырһығыҙ.