7 декабрь, Шаршамбы

13 февраль 2010 йыл, 9:41

Ҡырғыҙстан Башҡортостан энергетиктары тәжрибәһен үҙләштерә

автор: Эльвира Латипова

Ҡырғыҙстан милли энергетика үҫеше программаһын әҙерләй. Ҡырғыҙстан Республикаһы үҫеш Фонды директорҙар советы рәйесе Игорь Чудинов етәкселегендәге делегация тәжрибә үҙләштерергә Башҡортостанға килде.

Делегация составына Ҡырғыҙстан милли электр селтәре компанияһы етәкселәре (“НЭСК” асыҡ акционерҙар йәмғиәте), электр эшләп сығарыусы (“ЧаканГЭС”, “Нарымгидро” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре) һәм таратыусы (“Северэлектро” һәм “Востокэлектро” йәмғиәттәре) компаниялар вәкилдәре ингән.

"Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарҙы төбәк энергосистемаһын төҙөү тәжрибәһе, уның иҡтисади һөҙөмтәлелеге, подстанциялар ҡорамалдарының техник ышаныслылығы, электр селтәрҙәре һәм баҙар субъекттарында электр энергияһы коммерция иҫәбенең автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү системаһы эше, етештереүсе, селтәрҙәге һәм һатыу менән шөғөлләнгән компанияларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырған.

Урта Азия энергодефицитлы төбәк һанала. Ҡырғыҙстан менән Тажиҡстан ғына был исемлектә айырым урында, шуға ла улар иҡтисади йәһәттән энергосистема үҫеше һәм электр энергияһын Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Ҡаҙағстан кеүек күрше территорияларға экспортлау менән шөғөлләнергә ниәтләй.  

Ҡырғыҙ энергетиктары “Берҙәм энергетик системаның системалы операторы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – “Башҡорт төбәк диспетчер идаралығы” менән танышты.  Улар өсөн Үҙәк диспетчер пунктына һәм филиал персоналының тренажерҙарҙа әҙерлек үтеү пунктына экскурсия ойошторолдо.  Ҡунаҡтарға Башҡортостан энергосистемаһы хаҡында, бында ҡулланылған реаль ваҡытта режимдар менән идара итеү технологиялары, шул иҫәптән махсус әҙерләнгән программа комплекстары хаҡында һөйләнеләр.  

Белгестәр, шулай уҡ, «Уфимская» 500/220 кВ подстанцияһы эшмәкәрлеген дә баһалай алды. Башҡортостандың электр энергияһын таратыу компанияларында ҡырғыҙ делегацияһын электр энергияһы һәм телемеханика коммерция иҫәбенең автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү системаһын монтажлау һәм файҙаланыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы.  «Дружба» 110/6/6 кВ подстанцияһында мегаполис шарттарында подстанцияны эксплуатациялау үҙенсәлеге тураһында һүҙ барҙы.