3 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2010 йыл, 17:51

Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссиялары 2010 йылға план төҙөнө

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы икенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының бөтә һигеҙ комиссияһы  февралдең тәүге ун көнөндә үҙ ултырыштарын үткәрҙе һәм 2010 йылға эш пландарын төҙөнө. Палата ағзалары йәштәрҙең мәнфәғәттәренә, йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү өлкәһендә социаль мөһим проекттар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуға, волонтерлыҡ хәрәкәте, фәнде үҫтереү һәм йәш ғалимдарға ярҙам, йәштәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлегенә, мәктәптәрҙе спорт инвентары менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы закондарҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә йыйына.

Шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең йәштәр советтары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре лә ҡаралды.