3 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2010 йыл, 15:48

Тимер юлда контейнерҙарҙа йөк ташыу күләменең артыуы күҙәтелгән

автор: Любовь Колоколова

Контейнерҙарҙа йөк ташыу тимер юлдың йөк ташыу структураһының һаман да ҙур өлөшөн алып тора. Әгәр уҙған йылда ташылған йөк күләме кәмеүе күҙәтелһә, ғинуарҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булыуы хаҡында әйттеләр.  

"Башинформ" агентлығына Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2008 йыл менән сағыштырғанда, 2009 йылда контейнерҙарға тейәлгән йөк күләме 8,7 процентҡа кәмегән, быны бөтә донъя иҡтисади көрсөгө менән аңлаталар.

Шул уҡ мәлдә урта тоннажлы контейнерҙарға йөк тейәү 100,6 процентҡа үтәлгән – барыһы 11511 контейнер эшкә ҡушылған. Эре тоннажлы контейнерҙарға йөк тейәү планға ҡарата 98,9 процент тәшкил иткән, бында 16079 контейнер ҡулланылған. «Трансконтейнер» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының йөк станцияһында тәүлегенә уртаса 76 контейнерға йөк тейәлгән.

Күпселек осраҡта, контейнерҙарҙа сәнәғәт продукцияһын ташыйҙар. Башҡортостан бүлеге Куйбышев тимер юлының иң эре йөк ташыусыһы иҫәпләнә һәм контейнерҙарҙа йөк ташыуҙың өстән бер өлөшөн башҡара.  

Ғинуарҙа Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлеге менән йөк ташыуға 1964 контейнер ҡулланылған, шуның 1490 — эре тоннажлы. Уҙған йылдың ғинуар айы менән сағыштырғанда, был күрһәткес 11,27 процентҡа артығыраҡ.