5 декабрь, Дүшәмбе

12 февраль 2010 йыл, 15:27

Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы 15 февралдә асыҡланасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Дүшәмбе, 15 февралдә, Ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡортостандың баш ҡалаһы уҡытыусыһы – 2010” педагогик оҫталыҡ конкурсына йомғаҡтар яһау һәм тантаналы рәүештә еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы үткәрелә.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш лауреат араһынан береһе генә — 105-се гимназиянан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Владимир Раевский, “Берҙәмлек” лицейынан биология уҡытыусыһы Игорь Мокрополов, 3-сө гимназиянан математика һәм геометрия уҡытыусыһы Елена Фролова, 96-сы лицейҙан башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Ғәниева йәки 31-се мәктәптән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алла Павлова — баш ҡаланың иң яҡшы педагогы исеменә лайыҡ буласаҡ.

Конкурста барыһы 45 уҡытыусы ҡатнашҡан, шулар иҫәбендә 26 башланғыс кластар уҡытыусыһы бар, башҡалары – башҡорт һәм татар телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.

Беренсе турҙа конкурсанттар инновацион педагогик проекттарын күрһәткән һәм асыҡ дәрестәр үткәргән. Икенсеһендә уларға өс этапта көс һынарға тура килгән: оҫталыҡ конкурсы, лекция менән сығыш яһау һәм бәхәстәрҙә ҡатнашыу.

Абсолют еңеүсенән тыш, баһалама ағзалары “Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” һәм “Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” кеүек ике педагогик ярыш еңеүселәрен билдәләйәсәк.

Быларҙан тыш, конкурста тағы ла  “Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2010”  исеме лә асыҡланасаҡ.

темалар: мәғариф