8 декабрь, Кесе йома

12 февраль 2010 йыл, 15:06

Өфө сатрашсыһы "Аэрофлот-ореn-2010" халыҡ-ара сатраш турнирында ҡатнаша

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

"Аэрофлот-ореn-2010" халыҡ-ара асыҡ сатраш фестивале Мәскәүҙә үтә. Фестиваль сиктәрендә дүрт асыҡ турнир үткәрелә — A1, A2, B һәм С. А-2 турнирында Өфөнән ФИДЕ мастеры Роман Нечепуренко ҡатнаша.

Өфө сатрашсыһы ҡатнашлығында әле булып үткән өс турҙа берәү ҙә еңмәгән һәм Романдың активына бер ярым мәрәй яҙылған. Әйтергә кәрәк, ул лидерҙарҙан бер мәрәйгә генә ҡалыша һәм призлы урынға дәғүә итә ала. А-2 турнирында 62 сатрашсы ҡатнаша, шуларҙың яртыһы — гроссмейстерҙар. Турнир 19 февралдә тамамлана.

темалар: сатраш