Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы осрашыуҙар планлаштыра

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов етәкселегендә бер төркөм белгестәр Рәсәйҙең Тау-металлургия профсоюзы рескомы менән берлектәге пленумға әҙерлек сиктәрендә 16-19 февралдә Белорет һәм Учалы ҡалаларының хакимиәт башлыҡтары, профактивы, ветерандары һәм йәштәре менән осрашыуҙар үткәрәсәк.

Осрашыуҙар сиктәрендә хеҙмәт закондарын күҙәтеү, социаль партнерлыҡ һәм коллектив договорҙар төҙөү практикаһы мәсьәләләре буйынса консультациялар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ профсоюз төҙөлөшө мәсьәләләре тикшереләсәк.

БР Профсоюздар Федерацияһы делегацияһы Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәгендәге «Белорет металлургия комбинаты», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре кеүек предприятиеларға барырға планлаштыра.

Бынан тыш, сәфәр программаһында Белорет һәм Учалы ҡалаларының йәштәр советтары, йәштәр менән эш буйынса профком комиссиялары ағзалары, йәштәр сәйәсәте буйынса комитет вәкилдәре ҡатнашлығында йәштәр сәйәсәтенең профсоюз концепцияһы мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть