9 декабрь, Йома

12 февраль 2010 йыл, 14:55

«Рәсәй саңғы юлы-2010»да Өфө райондарының барыһы ла ҡатнаша

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

14 февралдә Рәсәй Федерацияһы территорияһында “Рәсәй саңғы юлы-2010” XXVIII асыҡ Бөтә Рәсәй саңғы ярышы үтәсәк.  

Өфөлә “Рәсәй саңғы юлы-2010” 13 һәм 14 февралгә билдәләнгән. Республиканың баш ҡалаһында бындай ярыштар дүртенсегә үткәрелә.  Стартҡа яҡынса 20 мең кешенең сығыуы көтөлә.  

13 февралдә ярыштар Өфө ҡалаһы райондарында үткәрелә.

Дим районы халҡы “Баланово” урман паркы зонаһында (Грозный урамы) уҙышҡа сыға (сәғәт 12-лә башлана).

Киров районы саңғысылары “Ҡояшлы” пляжында йыйыла (сәғәт 11-ҙә башлана).

Октябрь районы халҡын «Ҡашҡаҙан» паркында көтәләр (сәғәт төшкө 2-лә).

«Водник» стадионы Ленин районы саңғысыларын йыя (11 сәғәт 30 минутта).

Ботаника баҡсаһы янындағы Уваров аҡланы Совет районы спортсылары өсөн старт майҙанына әйләнәсәк (көндөҙгө 12-лә).

Орджоникидзе һәм Калинин райондары саңғы байрамын 14 февралдә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә үткәрә (сәғәт 12-лә башлана).