11 декабрь, Йәкшәмбе

12 февраль 2010 йыл, 14:03

Ике миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәреләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл яҙ республика аграрийҙары алдында ике миллион гектар майҙанда яҙғы сәсеү үткәреү бурысы тора. Сәсеүлектәрҙең дөйөм структураһында яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының өлөшө былтырғы кимәлдә ҡаласаҡ. БР Ауыл хужалығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, уларға бер миллион 313 мең гектар ер бүленә. Шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәре биш мең гектарға артасаҡ. Шәрбәт тамыраҙыҡтар плантациялары 59 мең гектар тәшкил итәсәк. Май орлоҡтарына көнбағышҡа 130 мең гектар бүленгән. Был техник культураның майҙаны 2009 йыл менән сағыштырғанда 14 мең гектарға артасаҡ. Йәшелсә культуралары баҫыуҙары 5,6 мең гектарға киңәйәсәк. Дөйөм алғанда, картуф һәм йәшелсәләр 115,6 мең гектар майҙанды биләйәсәк.

Мал аҙығы культураларының структураһы һәм майҙаны һиҙелерлек үҙгәрәсәк. Быйыл уларға бер миллион 95 мең гектар бүленгән. Дөйөм алғанда, мал аҙығы культураларының майҙаны 2009 йыл кимәленә ҡарата 71 мең гектарға артасаҡ. Был мал иҫәбенең артыуына һәм мал аҙығы базаһын камиллаштырыу зарурлығына бәйләнгән. Быйыл кукуруз баҫыуҙары байтаҡҡа киңәйәсәк, сөнки унан ҡоро матдә һәм мал аҙығы берәмеге күберәк сыға, ул шәкәргә бай, сенаж һәм силос етештереү өсөн бына тигән сеймал булып тора. Өҫтәүенә, был культура орлоҡтарын һәм минераль ашламалар һатып алыуға субсидиялар һаҡланған.