4 декабрь, Йәкшәмбе

12 февраль 2010 йыл, 13:56

Германия белгестәре производствоны планлаштырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

26 февралдә Өфө ҡала округы ҡала хакимиәте ҡатнашлығында Өфө эшҡыуарҙары берекмәһе бушлай “Производство процестарын оптималләштереү һәм келәт биналары логистикаһы” семинар-презентацияһын үткәрә.  

Семинарҙы алып барыусылар һәм эксперттар — «IPO.Plan GmbH» (Германия) компанияһы вәкилдәре. Өфө предприятиеларында йыйыу һәм конвеер линияларының етештереүсәнлеген арттырыу, келәт биналары логистикаһын оптималләштереү өсөн инновацион технологиялар индереү был сараның төп маҡсаты иҫәпләнә.  

Семинар-презентацияға производство етәкселәре, монтаж, йыйыу линиялары менән бәйле производствоны ойоштороу белгестәре, шулай уҡ келәт хужалығы һәм логистика белгестәре саҡырыла.

Өфө эшҡыуарҙары берекмәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Германияның иң яҡшы белгестәре рус телендә производствоны планлаштырыу һәм келәт биналары логистикаһын оптималләштереү тураһында һөйләйәсәк. Семинар аҙағында немец эксперттары бер нисә Өфө предприятиеһын ҡарарға йыйына.