9 декабрь, Йома

12 февраль 2010 йыл, 13:39

Өфөлә социаль объекттар төҙөлөшө дауам ителәсәк

автор: Елена Макушина

Ағымдағы йылда Өфөлә бер нисә социаль объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала матбуғат конференцияһында Өфөлә баш ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр иттте.

—Сипайлово биҫтәһендә мәктәп, өс балалар баҡсаһы төҙөләсәк, — тине Павел Рюрикович. – Бынан тыш, элек профилен үҙгәрткән тағы ла ике мәктәпкә тиклемге учреждение мәғариф системаһына ҡайтарыласаҡ.

Уҙған йылда Өфөлә 4 балалар баҡсаһы төҙөлдө, ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән баҡсалар һәм ғаилә балалар баҡсаһы асылды.  

«Был практика дауам ителәсәк», — тине Качкаев.

Ағымдағы йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөлөшөнә һәм ремонтҡа дөйөм алғанда ярты миллиард һум йүнәлтеләсәк.

«250 млн.һум республика бюджетынан индерелә, ошондай уҡ суммаға тиң сараларҙы муниципалитет иҫәбенән  алырға планлаштырабыҙ», — тине Павел Рюрикович.

Атап әйткәндә,  17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының биш ҡатлы корпусы төҙөлдө, 8-се ҡала клиник дауаханаһы, 13-сө ҡала клиник дауаханаһының ЛОР бүлеге ремонтланды. 21-се дауаханала, тимер юл дауаханаһының бала табыу бүлегендә ремонт үткәреү планлаштырыла.

Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль конфликтта ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәген төҙөү ҡаралған.

Өфө ҡалаһы начальнигы быйылғы йылда 620 000 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип ышандырҙы.

Йәнә бер матур хәбәр – Республика көнөнә ИКЕА компанияһының МЕГА сауҙа — күңел асыу үҙәген сафҡа индереү ҙә планлаштырыла. Республикалағы иң эре төҙөлөш гипермаркетын файҙаланыуға тапшырыу ҙа быйылғы йылға билдәләнгән.