Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов ҡайғы уртаҡлашты

Сәйәсәт

Кесе йома көнө күренекле совет һәм Рәсәй опера йырсыһы Ирина Архипова 86-сы йәшендә вафат булды. Башҡортостан Президенты ҡайғы уртаҡлашып телеграмма ебәрҙе:

"Күренекле опера йырсыһы һәм театр эшмәкәре, СССР-ҙың халыҡ артисы,  Социалистик Хеҙмәт Геройы Ирина Константиновна Архипованың вафат булыуы сәбәпле, күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән ҡайғы уртаҡлашам.

Үҙенең иҫ киткес матур тормошо дауамында ул Ватаныбыҙҙың опера сәнғәтен үҫтереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. Донъяның иң яҡшы театрҙары сәхнәләрендә ул тыуҙырған иҫ киткес образдар көс-тәьҫирлелеге менән айырылып торҙо, илебеҙҙәге һәм донъялағы миллионлаған тамашасыны һоҡландырҙы. Уның күп йыллыҡ ижад юлы юғары бүләктәр һәм исемдәр менән лайыҡлы баһаланды.

Беҙҙең республика мәҙәниәтендә лә Ирина Константиновна матур эҙ ҡалдырҙы. Ул Өфөлә М. Глинка исемендәге халыҡ-ара вокалсылар, «Ирина Архипова тәҡдим итә», «Шаляпин кисәләре» фестивалдәрен үткәреүҙә, Башҡортостандың күренекле опера сәнғәте оҫталарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашты.

Уның туғандары һәм яҡындары менән бергә бөтә республика ҡайғы кисерә. Ирина Константиновна Архипова тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть