9 декабрь, Йома

12 февраль 2010 йыл, 11:00

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

автор: "Башинформ"

Бөгөн Ванкуверҙа стартуют ХХI ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөтә спорт һөйөүселәргә тәбрикләү сәләме ебәрҙе. Унда шулай тиелә:

«Хөрмәтле спорт һөйөүселәр!

Бөгөн Ванкуверҙа ХХI ҡышҡы Олимпия уйындары старт ала. Бөтә донъя дүрт йыллыҡтың төп спорт ваҡиғаһын күҙәтәсәк. Беҙ Рәсәй спортсыларының уңышлы сығышына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ һәм был ышаныс һуңғы йылдарҙағы уларҙың реаль ҡаҙаныштары менән нығытыла. Илебеҙҙә ватан спортын үҫтереүгә, уның һоҡланғыс традицияларын тулыландырыуға иғтибар һиҙелерлек арта. Шуға күрә бөгөн күмәк спорт хәрәкәте Рәсәйҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе булараҡ баһалана. ХХII ҡышҡы Олимпия уйындарын Сочиҙа үткәреүҙә беҙҙең заявканың еңеүе лә ошоноң һөҙөмтәһе ул. Дүрт йылдан беҙгә Рәсәйҙең хаҡлы рәүештә бөйөк спорт державаһы исемен үҙенә кире ҡайтарыуы хаҡында бөтә донъяға иҫбат итергә тура киләсәк.

Ҙур еңеүҙәр — көсөргәнешле, ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Башҡортостанда был хәҡиҡәтте ныҡлы беләләр. Беҙ спортҡа етди иғтибар бирәбеҙ. Республика ҡала һәм райондарында заманса спорт объекттары һалына, кешеләр һәр ерҙә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙарҙың тормошҡа ашыуына шик юҡ. Шакшала асылған “Юлаевсы” спорт комплексы — быға сағыу дәлил. Хәҙер Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәүсе балалар һәм өлкәндәр хоккей менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә.

Беҙ Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһында Башҡортостандың лайыҡлы сағылдырылыуы менән ғорурланабыҙ. Республика халҡы ҙур ҡәнәғәтлек менән яҡташтарының сығыштарын күҙәтәсәк.

Спорт һөйөүселәрҙең барыһы ла “Салауат Юлаев” хоккей клубы тренерҙары Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин етәкселегендәге хоккей буйынса Олимпия йыйылма командаһынан сағыу сығыштар көтә. Олимпиадаға ебәрелгән командабыҙҙың тренерҙар штабы һәм  уйынсылары төп маҡсатҡа — Ванкуверҙағы Олимпиада алтынына өлгәшеүгә ҙур өлөш индерер, тип ышанам.

Рәсәй спортсыларының барыһына ла Олимпия уйындарында Бөйөк Рәсәй данын арттырып сағыу еңеүҙәр, ә көйәрмәндәргә тамашалы спорт ярыштарынан ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».