Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәге асыласаҡ

Йәмғиәт

— Быйылдан башлап 300-ҙән ашыу бала дистанцион уҡытыла башланасаҡ, — тине, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ведомство-ара совет ултырышында сығыш яһап, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. – Сәләмәтлектәре арҡаһында белем биреү учреждениеһына йөрөй алмаған һәм өйҙә уҡытыуға мохтаж булған балалар компьютер технологиялары һәм интернет селтәре ярҙамында дистанцион уҡытыу үҙәгендә белем аласаҡ.

Был маҡсаттарға средстволар федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә.

Башҡортостанда дистанцион үҙәк Өфөнөң VI төр 13-сө махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты базаһында асыласаҡ.

Әммә, министр айырып билдәләүенсә, инвалид балалар менән эшләү өлкәһендә ҡайһы бер проблемалар ҙа бар. Был төрлө кластар өсөн ҡайһы бер предметтар буйынса кәрәкле әсбаптар булмауы, билдәле бер категориялы балалар менән эшләү өсөн  квалификациялы педагогик кадрҙар етешмәүе, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу, сөнки хәҙерге хеҙмәт баҙарында улар конкуренцияға һәләтле түгел.

Дөйөм алғанда, инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуҙы ойоштороу уларға белем ресурстарына үтә алыуын тәьмин итергә, үҫештә артта ҡалған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтергә, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға сифатлы белем алырға, уларҙың артабан һөнәр алыу мөмкинлектәрен киңәйтергә, эҙемтә булараҡ – уларҙың уңышлы социалләшеүенә булышлыҡ итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть