7 декабрь, Шаршамбы

12 февраль 2010 йыл, 9:50

Леонид Макаревичтан рәхмәт хаты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов исеменә “Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Л.В. Макаревичтан хат килде.

Хатта былай тиелә:

“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

“Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективы исеменән һәм шәхсән үҙемдән Һеҙгә Өфө трансформатор заводының тәүге етештереү линияһын эшкә ҡушыуҙа ҡатнашҡан һәм РФ Хөкүмәте рәйесе В.В. Путиндың предприятиеға сәфәрен ойошторған өсөн рәхмәт белдерәм.

Яңы производство асыу — предприятиебыҙ өсөн иҫтәлекле ваҡиға,  ә төбәк һәм тотош ил өсөн энергетика машиналары эшләүҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа һәм үҫтереүҙә ғәйәт ҙур алға китеш ул.

Өфө трансформатор заводын эшкә ҡушыу — Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте тарафынан иғлан ителгән энергетика машиналары эшләү тармағында сит илдән ҡайтарылған ҡорамалдарҙы алмаштырыу программаһын тормошҡа ашырыу юлында тағы ла бер етди аҙым.

Тотош быуат дауамында тиерлек “Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәй иҡтисадының бөтә тармаҡтары өсөн сығарылған трансформатор, реактор һәм коммутация электр ҡорамалдарын донъяла төп етештереүсе булып ҡала. Компанияла 4,5 меңдән ашыу кеше эшләй.

Компанияның яңы предприятиеһы эшмәкәрлеге заманса электр-техник продукция сығарыуҙы тормошҡа ашырыу ғына түгел, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы һәм Волга буйы федераль округы электр энергетикаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән күләмле проекттар эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу мөмкинлеге бирәсәк.

Беҙ Һеҙҙе компаниябыҙ предприятиеларында күреүебеҙгә һәр саҡ шатбыҙ һәм киләсәктә лә уңышлы хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ!

Ихтирам менән, “Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Л.В. Макаревич”.