Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә БР Президенты грантына ғаризалар ҡабул итеү тамамланды

Йәмғиәт

БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы тарафынан мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ижади проекттарға ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә сираттағы конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.  

«Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт һәм сәйәсәт министрлығының ойоштороу бүлеге начальнигы Юлдаш Ураҡсиндың хәбәр итеүенсә, ижади коллективтарҙан һәм айырым кешеләрҙән конкурсҡа барыһы 100 ғариза бирелгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты гранты музыкаль, театр, педагогика, хореографик, һынлы сәнғәт, архитектура һәм дизайн, кино, музей, китапхана һәм клуб эше өлкәһендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе үҙләштереү, һаҡлау, арттырыу, таратыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт потенциалын артабан һаҡлау һәм үҫтереү ниәтендә булдырылған.  

Президент грантына конкурс Башҡортостанда 2008 йылдан башлап, БР Президенты Мортаза Рәхимовтың “БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелә.

Былтыр мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендә БР Президенты гранты менән 25 кеше бүләкләнгән, республиканың тағы биш ижади коллективы 300 меңәр һум алған. Былар – БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Республика Хәрби Дан музейының  «Данлы атлылар юлдары буйлап» проекты, «Булат Йосоповтың кино мәктәбе», Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең «Гөлдәр» өлгөлө бейеү ансамбле  һәм башҡа бик күптәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть