9 декабрь, Йома

11 февраль 2010 йыл, 17:24

Башҡортостанда демографик хәл яҡшырҙы

автор: Елена Макушина

2009 йылда Башҡортостан Республикаһында 55720 бала тыуҙы — 2008 йылдағынан 1227 сабыйға күберәк. Тыуым күрһәткесе 13,7 промилгә тиклем артты.

Үлем 3,6 процентҡа кәмене. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр халыҡтың тәбиғи артыуы теркәлде.

Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 1000 тере тыуған балаға 7 тәшкил итте, был 2008 йыл кимәленән 25,5 процентҡа һәм Рәсәйҙәгенән 14 процентҡа кәмерәк. Был турала БР Хөкүмәте ҡарамағындағы  Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау буйынса ведомство-ара совет ултырышында БР һаулыҡ һаҡлау  министры Андрей Евсюков хәбәр итте.

Демографик хәлде яҡшыртыуҙа «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проекты ла үҙ ролен уйнаны. Атап әйткәндә, «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә өҫтәмә финанс саралары алыу ауырлы ҡатындарға һәм яңы тыуған балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына һәм һөҙөмтәлелегенә етди йоғонто яһаны.

«Етлекмәй тыуыуҙы иҫкәртеү буйынса диагностика һәм дауалау сараларының һөҙөмтәлелеге күтәрелде, аборттарҙы иҫкәртеү һәм бала табыуға ыңғай ҡараш тәрбиәләү буйынса эш әүҙемләште, — тине Евсюков. -  Һөҙөмтәлә аборттар һаны өстән бер өлөшкә кәмене».

Балалар поликлиникалары өсөн бала табыу сертификатының өҫтәмә өсөнсө талонын индереү бер йәшкә тиклемге балаларҙың ауырыуын 5 процентҡа тиерлек кәметте.