Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Видеокүҙәтеү камералары енәйәттәрҙе иҫкәртеүгә ярҙам итә

Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡала халҡы күпләп йөрөгән урындарҙа 357 видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Өфөлә бындай камералар бөгөн 268. Уларҙың төп роле – хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге видеотехника яһалған енәйәттәрҙе лә асырға ярҙам итә. Былтыр видеокамералар ярҙамында 42 енәйәт ҡылығы асыҡланды.

Был турала "Именлек-2010» IV Республика форумына арналған матбуғат конференцияһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының Ведомствонан тыш һаҡ идаралығы начальнигы Александр Гаврилов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, «Имен ҡала» программаһын тормошҡа ашырыуға 2009 йылда 300 миллион һум аҡса бүленгән. Был средстволар видеокүҙәтеү камераларын урынлаштырыуға ғына түгел, шулай уҡ «Имен ҡала» системаһы эше менән бәйле башҡа сараларға ла тотонолған.

Александр Гаврилов әйтеүенсә, күҙәтеү камералары «Башкирнефтепродукт» компанияһы автозаправкаларында ла ҡуйылған. Бөгөн был бик тә актуаль, сөнки автомашина хужаларына һөжүм итеү, автотранспортты талау һәм урлап алып китеү осраҡтары йыш ҡына күҙәтелә. Ошондай осраҡтарҙа видеокамералар мәғлүмәттәрен файҙаланып асыҡланған факттар күп кенә. Дөрөҫ, видеокүҙәтеү камераларының ҡеүәте камиллаштырыуҙы талап итә әле. Әммә һәр хәлдә яңы техниканы индереү – ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән, граждандарҙың именлеген һаҡлаусыларҙың барыһы өсөн дә ҙур ярҙам, тип иҫәпләй Александр Гаврилов.

Теги: именлек
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть