8 декабрь, Кесе йома

11 февраль 2010 йыл, 16:08

“Именлек-2010” форумында яңы технологиялар һәм ҡаҙаныштар күрһәтеләсәк

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Өфөлә 16-18 февралдә үтәсәк “Именлек-2010” IV Республика форумы йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы менән бәйле бөтә структуралар, шулай уҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн мөһим ваҡиға буласаҡ. Форум Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында һәм уның алдындағы майҙанда үткәреләсәк.

Форум сиктәрендә оҙайлы тарихҡа эйә булған ике төбәк-ара махсус күргәҙмә – “Именлек” һәм "Элемтә. ИнфоКом" – ойоштороласаҡ. Беренсе күргәҙмә – 17-се, ә икенсеһе 15-се тапҡырына үткәрелә. Был көндәрҙә янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу подразделениелары Асыҡ ишектәр көндәре үткәрәсәк.

Форумды ойоштороусылар – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы, БР буйынса Эске эштәр министрлығы, наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса Федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, "Башинформсвязь" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "БашЭКСПО" Күргәҙмә үҙәге.

Бөгөн “Башинформ” агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһы ошо үтәсәк форумға арналды. Унда был сараны ойоштороусылар вәкилдәре килде.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт именлеге буйынса идаралығы начальнигы Павел Данилов билдәләүенсә, форум йылдан-йыл ҙурыраҡ актуаллек яулай бара. Халыҡтың именлеген тәьмин итеү проблемалары, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү дәүләт кимәлендәге мөһим эш булып тора. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн «Именлек-2010» форумы – ул именлек өлкәһендәге фәнни-техник ҡаҙаныштарҙы, шулай уҡ халыҡ араһында был өлкәлә пропаганда алып барыу тәжрибәһен күрһәтеү мөмкинлеге лә.

Матбуғат конференцияһында видеокүҙәтеү системаларын индереү енәйәтселәрҙе, автотранспортты урлап алып китеүселәрҙе, юл-транспорт һәләкәтендә ғәйеплеләрҙе асыҡларға ярҙам итеүе тураһында ла телгә алынды. Ғөмүмән, заманса технологиялар тормошобоҙҙо тағы ла уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк яһай.