7 декабрь, Шаршамбы

11 февраль 2010 йыл, 14:23

Башҡортостанда “Банктарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге” II банк-ара конференцияһы үтә

автор: Эльвира Латипова

15-20 февралдә Башҡортостандың Әбйәлил районында, «Юбилейный» шифаханаһында  “Банктарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге” II банк-ара конференцияһы  үткәрелә.

Милли һәм коммерция банкы вәкилдәре бөтә донъя тенденцияларын иҫәпкә алып, кредит-финанс өлкәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ. “Башинформ” агентлығына БР Милли банкы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияны лекциялар форматында үткәреү ҡаралған. Уҡыу аҙағында сарала ҡатнашыусылар квалификация күтәреү тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.  

Форумды Рәсәй банктары ассоциацияһы менән Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй Үҙәк банкының (Рәсәй Банкы) рәсми ярҙамы менән  ABISS Рәсәй Банкы стандарттарын ҡулланыусылар берләшмәһе ойоштора. БР Милли банкы банк секторы эшмәкәрлеге сифатын күтәреү мәсьәләләрен тикшереү буйынса традицион майҙанға әйләнгән.  

Конференцияға кредит ойошмалары етәкселәре һәм хәүеф-менеджерҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек өлкәһе белгестәре, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәти хәүефһеҙлек аудиторҙары, процессинг үҙәктәрҙең етәкселәре саҡырылған.