8 декабрь, Кесе йома

11 февраль 2010 йыл, 14:13

“Туй генералдары” булмаясаҡ

автор: Марина Шумилова

5-12 февралдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында урындарҙағы башҡарма комитет рәйестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә уҙғарыла. Уның маҡсаты – положениеға ярашлы, алда торған ҙур йыйынға делегаттар һайлау процедураһына асыҡлыҡтар индереү. Сөнки беренсе тапҡыр оло ҡорға вәкилдәр депутаттар кеүек иләк аша үтәсәк. Йәғни кандидаттар урындағы филиалдарҙа 1 мартҡа тиклем теркәлеп, үҙе тураһында мәғлүмәт тапшырғандан һуң, матбуғат саралары, радио, телевидение аша үҙ программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Төп документта төбәк башҡорттарының теләге, ихтыяры, проблемалары һәм уны хәл итеү юлдары сағылыш табыуы мотлаҡ. Программаны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының электрон почтаһына kurultay-ufa@mail.ru ебәреү зарур.

Делегаттар йәшәү урыны буйынса (эш урыны буйынса түгел) альтернатив нигеҙҙә һайлана. Хатта урындағы ҡоролтай рәйестәренән дә, оло ҡорҙа ҡатнашыу хоҡуғын алыу өсөн, әгәр улар Башҡарма комитет ағзаһы булмаһа, ошо уҡ процедураны үтеү талап ителә. Форумда делегат булып ҡатнаша алмаған район хакимиәттәре башлыҡтарын ойоштороу комитеты ҡунаҡ сифатында саҡырасаҡ. Ә әлеге ваҡытта Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булып тороусылар яңы состав һайланғанға тиклем үҙ бурысын башҡарасаҡ һәм автоматик рәүештә йыйынға делегат булып киләсәк. Президиум ағзалары иһә айырым вәкәләткә эйә. Республикала теркәлгән ижтимағи ойошмалар етәкселәре ҡунаҡ сифатында саҡырыласаҡ.

Урындарҙа делегаттар һайлау конференциялары 1 марттан 25 апрелгәсә дауам итәсәк. Шуға күрә 1 мартҡаса район гәзиттәрендә делегаттар һайлау тураһындағы положение, район ҡоролтайының ултырышын уҙғарыу буйынса мәғлүмәт, кандидаттарҙы теркәү өсөн урындағы ойошманың адресы, телефоны бирелеүе мотлаҡ.

Делегаттар һайлағанда мандаттарҙың 30 проценты йәштәр өлөшөнә тура килергә тейешлеген дә оноторға ярамай. Сөнки оло ҡор менән бер рәттән Йәштәр ҡоролтайын үткәреү ҙә планлаштырылған.