3 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2010 йыл, 12:47

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек әүҙем бара

автор: Марина Шумилова

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында өсөнсө оло ҡорға әҙерлек юғары ойошҡанлыҡ менән бара. 10 февралдә “Башҡорт милли мәғарифы:  бөгөнгө хәле һәм перспективалары” секцияһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса эш төркөмөнөң  беренсе ултырышы уҙҙы. Башҡарма комитет рәйесе Азамат Ғәлин етәкселегендәге сарала һүҙ ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының 4-се гимназияһында асылған “Педагогик коллектив – милли гимназияларҙағы һәм лицейҙарҙағы уҡытыу-тәрбиә процесын камиллаштырыуҙа төп инновацион ресурс” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция темаһынан башланып, юғары уҡыу йорттары студенттары араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса “Әсә теле – 2010” төбәк-ара, матбуғат баҫмаларында  Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған ижади эштәр конкурстарын үткәреү һәм башҡа хәл ителәһе мәсьәләләр хаҡында барҙы.

Фекер алышыуҙа секция ултырышында сығыш яһаясаҡ докладсыларҙың республикала телдәр уҡытыуға, мәғариф системаһындағы яңы стандарттарға, инновацияларға төплө анализ яһарға тейешлеге билдәләнде, республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙәге ауылдарҙа башланғыс мәктәптәрҙең ябылыуы проблемаһы, шул уҡ ваҡытта ике ҡоролтай араһында эшләнгән эштәргә, атап әйткәндә, Дүртөйлө, Нефтекамала гимназиялар асылыуы, уларҙың бөгөнгө үҫешенә баһа биреү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Әле phaja@mail.ru адресы буйынса сығыштар ҡабул ителә. Улар секция ултырышына ҡарата айырым брошюра булып донъя күрәсәк.