6 декабрь, Шишәмбе

11 февраль 2010 йыл, 12:39

Өфөлә аҙыҡ продукттары хәүефһеҙлеге һәм сифаты мәсьәләләре буйынса кәңәшмә-семинар үтәсәк

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында 24 февралдә «Агроэкология: аҙыҡ продукттары хәүефһеҙлеге һәм сифаты» республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк.  

Унда ҡатнашыусылар Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын, производство процесын һәм аҙыҡ-түлек тауарҙарын реализациялауҙың сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттарына ярашлылығын баһалаясаҡ. Мәсьәләне тикшереүҙә мнистрлыҡ һәм ведомство, контроль-күҙәтеү органдары, ауыл хужалығы, сауҙа предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.  

Семинар-кәңәшмәне ойоштороусылар рәтендә БР Йәмәғәт палатаһынан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса эш төркөмө, БР экологтар союзы һәм Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡатнашлығында «Башинвестдом» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге һәм башҡа ведомстволар бар.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ продукттарының һәм уларҙың производствоһы процестарының экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү концепцияһы проекты ҡабул ителәсәк.