10 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2010 йыл, 11:26

Бөтә Рәсәй экологик проекттар конкурсының төбәк этабы еңеүселәре асыҡланды

автор: Эльмира Сабирова

Республика балалар экология-биология үҙәгендә Һыу ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү темаһы буйынса бөтә Рәсәй экологик проекттар конкурсының төбәк этабы тамамланды. Ул “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Конкурста юғары класс уҡыусылары ҡатнаша.

«Башинформ» агентлығына үҙәк директоры Екатерина Кошелеваның хәбәр итеүенсә, төп этапҡа ете үҫмер — Өфө, Мәләүез, Салауат ҡалалары, Өфө һәм Әлшәй райондары уҡыусылары саҡырылған. Улар тикшеренеү эштәре менән бергә журналист яҙмаларын да тәҡдим итте.  

Проекттарын яҡлағандан һуң, баһалама ағзалары ҡуйған баһаларҙан һуң, “Тикшеренеү эштәре” номинацияһында беренсе урын Өфөнән Дарина Такинаға бирелде. Уның хеҙмәте Дим районы күлдәренең ылымыҡтары составын өйрәнеүгә бағышланған. “Журналистар һыу тураһында яҙа” номинацияһында беренсе урынды Алена Булычева яуланы. Ул йәштәрҙең “Экорост” экология гәзите биттәрендә баҫылған тәбиғәтте һаҡлауға арналған статьялар авторы. Дарина менән Алена яҙғыһын Мәскәүҙә, Экологик проекттар консалтингы институтында үтәсәк бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Екатерина Кошелева әйтеүенсә, бөтә Рәсәй этабында Башҡортостан вәкилдәре ике тапҡыр иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән һәм ике еңеүсе лә әлеге көндә М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетында белем ала.

темалар: мәғариф