6 декабрь, Шишәмбе

11 февраль 2010 йыл, 11:20

Буланкин һәм башҡалар – Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары

автор: Николай Ермоленко

РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутконың 6-нг приказы менән Рәсәйҙең бер төркөм атлеттарына “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” исеме бирелде, улар араһында – Башҡортостандан өс вәкил: мотоуҙышсы Дмитрий Буланкин һәм ҡаяға үрмәләүселәр Евгений Вайцеховский менән Салауат Рәхмәтов.

Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы һәм дүрт тапҡыр Европа чемпионы Дмитрий Буланкиндың был хөрмәтле исемгә юлы айырыуса оҙайлы һәм ауыр булды. Ғ. Ҡадиров исемендәге спорт клубы вәкиле «норматив»ты биш йыл элек үк үтәгәйне, ул саҡта атҡаҙанған спорт мастеры исеме тураһында положение ла башҡа ине. Яңы положение буйынса ла күптән инде арттырып үтәне, әммә мастерлыҡҡа күрһәтеү һәр юлы Рәсәй спорты “ерлегендә” тотҡарланып ҡалды. Ахыр килеп, ғәҙеллек еңеп сыҡты.