9 декабрь, Йома

11 февраль 2010 йыл, 10:48

"Башфармация" "Ирҙәр һаулығы" акцияһын башлай

автор: Елена Макушина | фото: Андрей Старостин

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының дарыуханалар селтәрендә «Ирҙәр һаулығы» хәйриә акцияһы башлана. Сара Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡортостан Республикаһы Урологтар йәмғиәте менән үҙ-ара килешеп үткәрелә. «Башинформ» агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Марсель Тойғонов хәбәр итеүенсә, акцияның бурысы – урологик ярҙамды һәр кем ала алырлыҡ итеп ойоштороу, ауырыуҙарҙы асыҡлауҙы яҡшыртыу, иртә стадияла диагностиканы камиллаштырыу.

Акцияға Өфөнөң 13 дарыухана учреждениеһы, шулай уҡ республиканың 25 ҡалаһы һәм районы дарыуханалары йәлеп ителәсәк.  Консультацияларҙы юғары һәм беренсе квалификация категориялы врач-урологтар үткәрәсәк.

«Сер түгел, ирҙәрҙе үҙ теләктәре менән врачҡа килтереү бик ҡатмарлы. Носилка менән алып сығырлыҡ хәлгә етмәйенсә, ул врачҡа бармаясаҡ, — ти БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш урологы Валентин Павлов. -  Ә бит ауырыуҙы һуңынан оҙаҡ дауалауға ҡарағанда, алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ. Етмәһә, иртә диагностика хирургик ысул менән дауалауға еткермәйенсә, консерватив ысул менән дауалау мөмкинлеге бирәсәк».

Шуға күрә лә «Башфармация» селтәренең ҡайһы бер дарыуханаларында ошондай акция үткәрергә ҡарар ителде лә. Акция 2010 йылдың 15 февраленән 19-ына тиклем барасаҡ.