6 декабрь, Шишәмбе

11 февраль 2010 йыл, 10:38

«Х-МАХ» галереяһының яңы залы күргәҙмә менән асыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Х-МАХ» Өфө галереяһында яңы зал сафҡа индерелә. Уның презентацияһы 17 февралгә билдәләнгән. Был көндө унда республикабыҙҙың билдәле графиктарының береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ринат Миңлебаевтың күргәҙмәһе асыла. Күргәҙмәне асыу тантанаһы алдынан Максим Холодилиндың “Әҙәм һәм һауа” перформансы көтөлә.

Әйтергә кәрәк, Ринат Миңлебаев республика графика сәнғәте сиктәрен ярайһы ныҡ киңәйтте. Быны һуңғы эштәре миҫалында ла асыҡ күрергә мөмкин. Мәҫәлән, автор менән реконстукцияланған милли кейемдең арт-объект булараҡ ҡулланылған «Этнографика» серияһы, бар эштәре лә ҙур открыткаларҙы хәтерләткән «Post cart» серияһы, йәки уйлап сығарылған Себер халҡы тураһындағы “Урман халҡы” инсталляцияһы. Һүҙ ыңғайы, уҙған йылда Ринат Миңлебаевтың һуңғы эше хәҙерге заман сәнғәте өлкәһендәге Рәсәй милли премияһы – Кандинский Премияһына дәғүә иткән.  

Рәссамдың әлеге күргәҙмәһе ҡулдан эшләнгән ҡағыҙға төшөрөлгән бер метрлыҡ ҙурлыҡтағы 20 эштән торған яңы серия ул. Улар геоглифтарҙы хәтерләтә (геоглиф – ергә төшөрөлгән геометрик йәки фигуралы биҙәк).

темалар: күргәҙмәләр