10 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2010 йыл, 10:01

Башҡортостан Хөкүмәте юлдар үҫешенең биш йыллыҡ планын ҡабул итте

автор: Евгения Никольская

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев “БР автомобилдәр юлдарын үҫтереү (2010-2015 йылдарға)” республика маҡсатлы программаһын раҫланы.

Дөйөм әһәмиәттәге автомобиль юлдары селтәренең үҫеше, ауылдарҙа транспорт менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу һәм хәүефһеҙ юл хәрәкәте өсөн шарттар булдырыу был программаның төп маҡсаты итеп билдәләнде.

Әле республика террриторияһы буйлап үтеүсе дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары оҙонлоғо 24,8 мең километр, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге юлдар 486 километр тәшкил итә.

Норматив талаптарға яуап биргән төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары оҙонлоғо 27 процентҡа етәсәк, төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 400 километрҙан ашыу юл һалынасаҡ һәм реконструкцияланасаҡ, 56 ауыл ҡаты япмалы юлдар менән дөйөм файҙаланыуҙағы автомобииль юлдарына тоташтырыласаҡ.

Насар юл шарттарына сәбәпсе булған юл-транспорт фәжиғәләре һаны ла кәмейәсәк. Дүрт йылдан һуң был күрһәткес 12 процентҡа түбән төшөргә тейеш.