4 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2010 йыл, 9:54

Сит ил эшселәренә заявка йыйыу башланды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы сит ил эшсе көстәрен файҙаланыуға заявка йыя башланы. Был 2011 йылда сит ил эшсәндәрен йәлеп итеүгә талапты билдәләү һәм сит ил граждандары тарафынан Рәсәйҙә хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барыуға квоталар булдырыу өсөн кәрәк.

Эш биреүселәр 2010 йылдың 1 майына тиклем Өфө ҡалаһы, Б.Гражданская урамы, 24 адресы буйынса БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығына раҫланған форма буйынса ҡағыҙға яҙып йәки r.khakimova@bashzan.ru электрон почтаһы аша заявка бирергә тейеш.

Заявкалар Рәсәй граждандары иҫәбенән кәрәкле хеҙмәткәрҙәр йыйыу буйынса халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре менән үҙ-ара әүҙем эш иткән һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре алыусылар регистрына индерелгән эш биреүселәрҙән генә алынасаҡ.