10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2010 йыл, 17:28

Һәләк булған яугирҙар менән хушлашыу

автор: Елена Макушина

11  февралдә РФ Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Өфө махсус тәғәйенләнеш отрядында 4 февралдә Чечняның Урус-Мартан районында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр – разведка төркөмө радиоразведка расчеты начальнигы өлкән прапорщик Айрат Фарит улы Ғәләүев һәм махсус тәғәйенләнеш төркөмө штурм отделениеһы командиры кесе сержант Илгиз Рәфис улы Ғасимов менән хушлашыу үткәрелә. Был турала "Башинформ" агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Наталья Трутнева хәбәр итте.  

Айрат Ғәләүев – Өфөнөң Көньяҡ зыяратында, Илгиз Ғасимов Башҡортостан Республикаһының Илеш районында ерләнәсәк. Спецназ төркөмө командиры лейтенант Павел Анатольевич Петрачков менән спецназ төркөмө штурм отделениеһы уҡсыһы ефрейтор Антон Сергеевич Байгозиндың мәйеттәре ерләү өсөн Пенза һәм Киров өлкәләренә оҙатылды.

Матәм сараһы 6795-се ғәскәри часта (Өфө ҡалаһы, Затон биҫтәһе, Летчиктар урамы, 1) үткәрелә.

Сәғәт 9-ҙан 12-гә тиклем часть территорияһына инеү ирекле.