8 декабрь, Кесе йома

10 февраль 2010 йыл, 16:06

Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Рәйес көнөн үткәрҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәренең Республика профсоюз комитеты Рәйес көнөн үткәрҙе. Был сара сиктәрендә Өфө ҡалаһының тәүге профсоюз ойошмалары рәйестәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә ойошторолдо.

Семинарҙа дәүләт учреждениелары белгестәренә санатор-курорт дауалау, 2010 йылда профсоюз ағзалары балаларының йәйге ялын ойоштороу, Өфө ҡалаһы профактивына профсоюз дисконт карталары биреү, шулай уҡ дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡышҡы спорт байрамы үткәреү кеүек актуаль мәсьәләләр тикшерелде.

темалар: профсоюздар