2 декабрь, Йома

10 февраль 2010 йыл, 15:36

Профсоюздар банкротлыҡ мәсьәләләре буйынса семинар үткәрә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә, Профсоюздар йортонда, Башҡортостан ойошмаларында «Бурысын түләй алмау (банкротлыҡ) тураһында» Федераль законды тормошҡа ашырыу практикаһы буйынса семинар үтәсәк. Профсоюздар Федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был сарала республика тармаҡ профсоюздары ойошмалары рәйестәре, БР Профсоюз федерацияһы етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашасаҡ.

Семинарҙа ҡатнашыусылар арбитраж идарасыларҙы тәғәйенләү схемаһын һәм тәртибен, предприятиелар хеҙмәткәрҙәренең кредиторҙар йыйылыштарында ҡатнашыуға хоҡуҡтары һәм мөмкинлектәрен, кредитор бурысын билдәләү һәм ҡайтарыу тәртибен һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡарарға планлаштыра.  

Семинар 12 февралдә үтәсәк.

темалар: профсоюздар