4 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2010 йыл, 15:01

Мосолман йәштәре осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратында йәштәр осрашыуы үткәрелде. Бындай сара бында икенсе тапҡырына ойошторола.

БР мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арсланов әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге дини йәштәрҙең ялын ойоштороу өсөн кәрәк. Был ҡалала буш ваҡытты үткәреүҙең дини йәштәр йөрөй алмаған дискотека һәм төнгө клубтар кеүек төрҙәренә үҙенсә бер альтернатива булып тора. Бындай осрашыуҙарҙа йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар бер-береһе менән таныша, төрлө уртаҡ мәнфәғәттәр таба.

темалар: дин,йәштәр