Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡта – яңы милиция начальнигы

Йәмғиәт

БР буйынса эске эштәр министры Стәрлетамаҡ буйынса эске эштәр идаралығына яңы начальник – Рим Мусинды тәғәйенләү тураһындағы приказға ҡул ҡуйҙы. Стәрлетамаҡ милиционерҙарын уның менән БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Евгений Борисов таныштырҙы.

Рим Клим улы Мусин Нефтекамала, милиционер ғаиләһендә, тыуған, 1996 йылда РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Эске эштәр органдарында хеҙмәтен Нефтекама эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәр буйынса бүлексәһе оперуполномоченныйы вазифаһынан башлай. 2004 йылда ошо уҡ ҡаланың енәйәттәрҙе эҙләү бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп, ә артабан Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларында, Ҡалтасы һәм Краснокама райондарында һалым енәйәттәрен асыҡлау буйынса район-ара оператив-эҙләү бүлеге начальнигы вазифаһына үрләтелә. 2007 йылдың апреленән яңы вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Яңауыл районы һәм ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы булып эшләй. Подполковник Мусин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ.

Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығына оҙаҡ йылдар милиция полковнигы Фәнис Рәхмәтуллин етәкселек итте, уны Рим Мусин үҙенең беренсе уҡытыусыһы тип атаны. Лайыҡлы ялға китеп, Фәнис Сәлихйән улы Рим Клим улына изге теләктәрен еткерҙе, коллективҡа бергә эшләгән йылдар өсөн рәхмәт белдерҙе, барыһына ла үҙ-ара аңлашып эшләүҙәрен һәм хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть