Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Мәсетле районында “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестивале үтте

Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылы һәм Башҡортостанда Республика йылы сиктәрендә Мәсетле районында республика мәғарифы системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән мәғрифәтселәргә арналған “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестивале үтте.

Райондың белем биреү учреждениеларынан 12 башҡорт фольклор коллективы милли сығанаҡтарҙы яҡлауын, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын ижади процеста ҡулланыуын күрһәтте, тамашасыла этномәҙәниәт, фольклорға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Уларҙың үҙенсәлекле, көслө сығыштары район мәҙәниәт йортона төрлө быуын вәкилдәрен йыйҙы.

Оҙаҡ һәм бәхәсле кәңәштәрҙән һуң жюри конкурс еңеүселәрен билдәләне. Беренсе урынды — Дыуан-Мәсетле мәктәбе коллективы, икенсене – Оло Аҡа мәктәбе, өсөнсө урынды Һөләймән ауылы мәктәбе коллективы яуланы. Дыуан-Мәсетленең һәүәҫкәр артистары 25 февралдә Салауат районында үтәсәк зональ конкурста Мәсетле районы данын яҡлаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть